Уҙған аҙнала Владимир Путин хәрби-космик самолеттарҙы илдең короновирус менән зарарланған райондарынан рәсәйлеләрҙе эвакуациялау өсөн ебәрергә бойорҙо. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә вирус ике кешелә асыҡланған. Улар – Ҡытай граждандары. Береһе – Төмән өлкәһендәге вузда уҡып йөрөүсе йәш ҡыҙ. Тағы бер кеше Рәсәйгә Забайкальск-Маньчжурия автомобиль пропуск пункты аша ингән. Уларҙа шунда уҡ короновирус билдәләрен тапҡандар һәм дауаханаға оҙатҡандар. Әле улар йүнәлеп килә, тип хәбәр ителә. Башҡортостанда билдәһеҙ сир таралыуы тураһында хәбәр сыҡҡас та талап ителгән барлыҡ иҫкәртеү саралары күрелде.