Дим буйҙары
-26 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2020, 11:45

Ришүәт алған табипҡа – өс миллион штраф

Ул берәүҙе армия хеҙмәтенән алып ҡалырға булган. Әлбиттә, бушҡа түгел.

Красноярск крайы суды 4-се район-ара клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдиренә армияла хеҙмәт итеүҙән баш тартырға ниәтләгән кешегә ялған диагноз ҡуйыуҙа ғәйепләү буйынса 3 миллион һум күләмендә штраф билдәләне. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдерелә..
Бынан тыш, уға өс йыл дауамында табип булып эшләү тыйыла. Табип И. А. Чеботарев әлеге хөкөм ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдергән, тик суд хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырған. Федераль именлек хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, табип призывниктан ялған диагноз өсөн 50 мең һум ришүәт алған.
Армияға бармай ҡалырға уйлаһағыҙ, йөҙ тапҡыр уйлағыҙ, егеттәр!
Фото: vk.com сайтыннан
Читайте нас в