Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2020, 11:40

Кардиология үҙәге һынауҙы үтте

Республика кардиология үҙәге илдә тәүгеләрҙән булып "Росздравнадзор"ҙың сифат сертификацияһын алды. Был бик һөйөнөслө ваҡиға, тимәк, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бөтә талаптарға ла яуап бирә тигән һүҙ.

Үҙәккә "Росздравнадзор"ҙың Милли сифат институты эксперты Диләрә Таут килде. Ул, аудитҡа ярашлы, медицина учреждениеһының төп подразделениелары менән медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса эш ойошторҙо. Тикшереү һөҙөмтәһендә кардиоүҙәк сифат менеджменты системаһының медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлегенә һәм сифатына тулыһынса ярашлы булыуын иҫбатланы.
Диләрә Таут эш процесының дөрөҫ ойошторолоуын, операция процедураларының уйланылғанын билдәләне.
"Был һынау артабан камиллашыу өсөн ҙур тәжрибә булды. Беҙ алға барыуҙан туҡтамаясаҡбыҙ", - тип белдерҙе үҙәктең баш табибы Ирина Николаева.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, алда сифат менеджменты системаһының яңы кимәленә күтәрелеү бурысы тора.
Фото Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас в