Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2020, 23:50

Штрафты арттырмаҡсылар

Дәүләт Думаһы насвай һәм снюс һатҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү йәһәтенән Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына индерелгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итергә ниәтләй.

Хаҡы арзан булғанға күрә, бындай психоәүҙем матдәләрҙе ҡулланыу кимәле, айырыуса йәштәр араһында, тәмәкегә, наркотиктарға ҡарағанда ла юғарыраҡ. Белгестәрҙең фекеренсә, насвай һәм снюс балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә һаулығына ҙур зыян килтерә. Ҡайһы берәүҙәр тарафынан был матдәләрҙең йәштәрҙе бүтән наркотиктар ҡулланыуға йәлеп итеү өсөн файҙаланылыуы ла ихтимал.
Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин әйтеүенсә, яңы закон проектында снюс һәм насвай һатҡан өсөн административ штрафты байтаҡҡа арттырырға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, граждандарға ул 30–50 мең һумға, ойошмаларға иһә 100-150 мең һумға етәсәк.
Парламентарий билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бәлиғ булмағандарға сәйнәй йәки имә торған никотинлы матдәләр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.
– Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға снюс, вейп, ҡалъян, тарта торған ҡатнашмалар һатҡан өсөн граждандарға 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, ойошмаларға 150-200 мең һум штраф һалына. Илдең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә лә ошондай уҡ закон ҡабул ителгән. Беҙ депутат-коллегаларҙы хуплайбыҙ, һәм тиҙҙән Дәүләт Думаһы ла был өлкәлә яуаплылыҡты көсәйткән федераль закон ҡабул итер, тип ышанабыҙ, – тине Рәмзил Ишһарин.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: