Дим буйҙары
+21 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраля 2020, 06:45
Владимир Путин: “Никах тарҡалһа, бала торлаҡһыҙ ҡалмаһын”
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.
Үҙгәрештәр кодекстың “Ата-әсәнең балаларға өҫтәмә сығымдарҙа ҡатнашыуы” тигән 86-сы статьяһына индерелә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, бынан ары суд никах тарҡатылғандан һуң баланан айырым йәшәгән атаны йәки әсәне сабыйын йәшәү өсөн ҡулай торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сығымды түләүгә йәлеп итергә хоҡуҡлы. Был яңылыҡ бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелә.
Әйткәндәй, Ғаилә кодексында әлегә тиклем дә айырылышҡандан һуң айырым йәшәгән ата-әсәне, алименттан тыш, балаға өҫтәмә сығымдарҙы түләүгә йәлеп итеү ҡаралғайны. Тик улар баланың һаулығына бәйле ине.
Фото: kremlin.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"