«Быйыл парад уҙған йылдарға ҡарағанда киң күләмле буласаҡ. Сөнки 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығын билдәләп үтәсәкбеҙ. Ул ярты сәғәткә оҙағыраҡ буласаҡ», - тип белдерҙе министр.
Шойгу Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының парадта төп ҡунаҡтар буласағын телгә алды.
Сарала 15 мең кеше, 400 берәмеккә яҡын ер өҫтө һәм авиация техникаһы ҡатнашасаҡ. Шойгу әйтеүенсә, беренсе тапҡыр зенит ракета системалары һәм хәрби һауа һөжүменә ҡаршы оборона комплекстары, дистанцион мина ҡуйыу автомобилдәре, яр буйы ракета комплекстары, танктар һәм хәрби пехота машиналарының иң яңы өлгөләре йәлеп ителәсәк.
Бынан тыш, шул йылдар формаһын кейгән хәрбиҙәр һәм Т-34 танктары майҙан буйлап уҙасаҡ. Парадҡа донъяның 20 иленән хәрби хеҙмәткәр саҡырылған.
«Ҡайһы бер дәүләттәр, шул иҫәптән БДБ составына инеүсе илдәр парадта ҡатнашасаҡтарын белдерҙе лә инде», - тип белдерҙе Шойгу.