Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2020, 16:10

Һөйгәнеңә нимә бүләк итергә?

Билдәле булыуынса, 14 февраль бөтөн донъяла Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Икенсе төрлө уны Валентин байрамы тип тә йөрөтәләр.

Ғашиҡтар көнөндә һөйгәндәрегеҙгә нимә бүләк итергә белмәйһегеҙме? Ул сағында беҙҙең кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер.
1.Йөрәк формаһындағы һауытҡа һалынған тәм – томдар. Матур ҡумта һатып алып, уны һөйгәнегеҙ яратҡан шоколад, кәнфит, печеньелар менән тултырығыҙ.
  1. Йөрәк биҙәктәре төшкән гәлсәр фужерҙар йәки матур нескә быяланан эшләнгән бокалдар. Тик улар мотлаҡ икәү булырға тейеш.
  2. Тышлығында йөрәк һүрәте булған, ә тәүге биттәренә икегеҙ иң бәхетле минуттарығыҙҙа төшкән фотолар ҡуйылған альбом.
  3. Хуш еҫле май шәмдәре. Уларҙы 14 –дә киске табында ҡабыҙырға онотмағыҙ.
  4. Мөхәббәт йырҙары, моңдары яҙылған диск.
  5. Һөйгәнегеҙ менән икегеҙ төшөрөлгән, изге теләктәр яҙылған календарь. Уны фотоүҙәктә йәки махсус студияла эшләтергә мөмкин.
  6. Бирсәткәләр. XVII быуаттан башлап Европаның күп илдәрендә улар Изге Валентин көнөнә иң һәйбәт бүләк булып һанала.
  7. Ресторанға йәки кафеға саҡырыу. Хистәрегеҙҙе белдереү өсөн шунан да уңайлы урын булмаҫ.
  8. Ниндәй генә бүләк һайлаһағыҙ ҙа, мөхәббәтегеҙҙе белдереүсе матур һүҙҙәр яҙылған кескәй открыткалар – “валентинка”лар һалырға онотмағыҙ.
    Яратып һәм яратылып йәшәгеҙ!
    Фото: zen.yandex.ru
    Читайте нас: