Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2020, 18:25

Апрелдә - өҫтәмә бер көн ял

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе эш көнөндә үткәреү һәм уны ял тип иғлан итеү күҙаллана.

РБК хәбәр итеүенсә, төп дата итеп шаршамбы, 22 апрель, ҡарала.
150 йыл элек 22 апрелдә Владимир Ульянов (Ленин) тыуған. Бынан тыш, был көндә Халыҡ-ара Ер-әсә көнө билдәләнә.
Тауыш биреүҙе эш көнөндә үткәреү идеяһын президент хакимиәте тәҡдим иткән. Был һайлаусыларҙың күберәк килеренә иҫәп тотоп эшләнә.
Бынан алда төп дата итеп йәкшәмбе, 12 апрель, ҡаралды, икенсе вариант – йәкшәмбе, 26 апрель.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш бирер алдынан илдә телевидениела һәм интернетта күләмле мәғлүмәт кампанияһы йәйелдерелә.
ВЦИОМ үткәргән һорау алыу күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 79% Путиндың Конституцияға төҙәтмәләрен мөһим тип иҫәпләй.
Айырыуса социаль характерҙағы башланғыстар хуплау тапты: Төп законда пенсияларҙы, пособиеларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе мотлаҡ даими индексациялауҙы нығытырға (һорауға яуап биреүселәрҙең 91% ыңғай баһаланы) һәм МРОТ-ты йәшәү минимумынан кәм булмаған кимәлдә теркәргә (90%).
Читайте нас: