Дим буйҙары
+24 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраля 2020, 05:10
Башҡорт ихаталары ике миллиард һумға төҙөкләндерелә
Беҙҙә ниндәй генә программа эшләмәй?! Ҡатнашыу юлын-ысулын белгәндә, эште намыҫлы башҡарғанда, аҡсаны белеп һәм аҡыллы итеп тотонғанда, уларҙың һәр береһе файҙа килтерерлек. Шундайҙар рәтендә - "Башҡорт ихаталары".
2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн ике миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе. Министр әйтеүенсә, программаны ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек буйынса муниципалитеттар өсөн берҙәм смета өлгөһө әҙерләнгән. 1 марттан конкурс башланырға тейеш. Быйыл 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Теүәл һандар теле менән әйткәндә, 2600 эскәмйә, 2000 сүп-сар һауыты, 2000-дән ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары, 573 видеокамера урынлаштырыу, 170 контейнер майҙансығы булдырыу күҙаллана. БР Башлығы Радий Хәбиров, дизайн-проекттар һәр кем өсөн асыҡ, билдәле булырға тейеш тип белдерҙе: - Кешеләр төҙөкләндереүҙән һуң уларҙың ихаталары ниндәй буласағын алдан белергә тейеш. Әгәр ҙә 1 майға эштәр башланмай икән, алдан уҡ хәбәр итегеҙ, сәбәптәрен асыҡлағыҙ. Төҙөкләндереүҙә урындағы материалдар ҡулланылыуы яҡшыраҡ.
Фото: allufa.ru
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"