Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2020, 11:40

Сысҡан менән ҡомаҡтарға … аҡса

Эйе, эйе, тәү ҡарауға бары ҡоротҡос булараҡ ҡына ҡабул итеп өйрәнгән кимереүселәр өсөн дә аҡса бүленә. Башҡорт дәүләт аграр университетында сысҡан, ҡомаҡ, диңгеҙ сусҡаһы һәм йорт ҡуяндары үрсетеү, аҫрау өсөн заманса блок асылды. Уның дөйөм проект хаҡы – 1,5 миллион һум.

Кимереүселәр өсөн “торлаҡ” уҡыу йортоноң Европа ассоциацияһының халыҡ-ара аккредитацияһын үтеүгә әҙерлек сиктәрендә барлыҡҡа килде. Дөйөм майҙаны 50 квадрат метр булған блок 1000 сысҡанға, 100 ҡомаҡҡа, 300 диңгеҙ сусҡаһына иҫәпләнгән. Вентилиция системаһы биналағы температураны, дымлылыҡты тейешле торошта һаҡларға булышлыҡ итә, шулай уҡ төрлө еҫ барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай.
Әле үк “Ветеринария фармацияһы” йүнәлешендә белем алған студенттар бында ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә ала. Артабан университет хайуандарҙы тейешле күләмдә үрсетеп, Башҡорт дәүләт медицина университетына, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтына, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенә һәм башҡа ғилми учреждениеларға ла бирергә уйлай.
Әйткәндәй, был асыштар Рәсәй Федерацияһының "Фән" һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарына ярашлы алып барыла. Проект фәнде үҫтереүҙе, һаулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Фото: Башҡорт дәүләт аграр университеты сайтынан.
Читайте нас: