Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2020, 14:15

«Башавтотранс» автобустарында йөрөү хаҡтары арта

Йәмәғәт транспортында ҡулдан һәм банк картаһы буйынса түләү 25 һумға төшәсәк.

Был республиканың барлыҡ тораҡ пункттарына ла ҡағыла. «Алға» транспорт картаһы менән түләү үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ, ул 20 һум тәшкил итәсәк. Юл йөрөү хаҡы, ҡала пассажир транспортында йөрөү өсөн түләү күләмен үҙ хаҡына яҡынайтыу маҡсатында арттырыла. Шулай уҡ был ҡарарҙы ҡабул итеүгә 2016-2019 йылдарҙағы инфляция дәрәжәһе лә йоғонто яһаны.
1 марттан бөтә республика буйынса банк картаһы һәм аҡсаһыҙ иҫәп-хисап буйынса йөрөү 25 һум торасаҡ. Үҙгәрештәр Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Красноусольск, Кумертау, Мәләүез, Октябрьск, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үҙ көсөнә инәсәк
Читайте нас: