Бөгөн 61 объекттан 13 стоматология кабинеты ғына уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, тағы 15 кабинеттың махсус лицензияһы бар, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала.
«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды. Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыла. Уҡыусылар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәр теш табибына поликлиникаға бара.