“Беҙ Мәғариф һәм фән министрлығы менән мәктәптә уҡыу ваҡытында уҡыусыларҙың кеҫә телефондарын йыйып алыу тураһында һүҙ алып барабыҙ. Хәҙер мин был проектты хөкүмәттән һәм һеҙҙән башларғамы икән тип уйлайым", – тине Радий Фәрит улы.
"Һеҙ ниңә бында киләһегеҙ? Бөтә ваҡытығыҙҙы телефонда ултырып үткәрәгеһеҙ. Беҙҙе тура эфирҙа күрһәтәләр, беҙҙе кешеләр ҡарай. Ә һеҙ баштарығыҙҙы аҫҡа эйеп телефонда ултыраһығыҙ. Белмәйем, шул тиклем мауыҡтырғыс нимә ҡарай торғаһыҙҙыр? Улай икән, бында йөрөмәгеҙ, миңә бында мебель кәрәкмәй. Етди киҫәтеү яһайым. Барығыҙ ҙа ишеткәнһеҙҙер тип өмөт итәм. Беҙ балаларҙы сикләргә тырышабыҙ, һеҙ башта үҙегеҙҙән башлағыҙ”, – тип түрәләрҙе ҡаты тәнҡитләне төбәк етәксеһе.