Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2020, 11:20

Радий Хәбиров студент отрядтары ағзалары менән осрашты

“Торатау” конгресс-холында Рәсәй студент отрядтары көнө уңайынан ойошторолған сараларҙы йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Республиканың студент отрядтары ағзалары, йәш сағында әүҙем отряд ағзаһы булған ветерандар ҡатнашты. Радий Фәрит улы, заманында студент отрядтары сафында булған кеше булараҡ, йәштәр менән иркен аралашты. "Рәсәй студент отрядтарында кисергән үҙенсәлекле тойғоно тик отряд ағзаһы ғына тоя ала. 18-19 йәштә тәүге хеҙмәт юлын башлау, эш мөхитенә юлығыу, яуаплылыҡҡа, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, бер-беребеҙҙе аңларға, дөйөм эшкә өйрәнеү кеүек тойғо булғандыр. Йәштәр өсөн был яҡшы тормош мәктәбе Ул осор һәр кемдең хәтерендә иң сағыу хәтирә булып ҡала. Отряд эсендә ғүмерлеккә дуҫлашҡан, яратышҡандар ҙа булды – был ойошмала меңләгән яңы ғаилә барлыҡҡа килде. Студент отрядтары тормошо минең өсөн иң ҡәҙерле иҫтәлектәр һаҡлай, шуға күрә бөгөнгө сараға саҡырғандары өсөн ҙур рәхмәтлемен. Һуңғы йылда республикабыҙҙа был ойошма яңынан тергеҙелеүе ыңғай күренеш", - тине Башлыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ул социаль селтәрҙәрҙә үҙенең студотрядта төшкән фотоларын һалып, йәшлек хәтирәләренә бирелеп алғайны. Радий Хәбиров студент отрядтары ветерандарына, ойошманы яңынан тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә өлөш индергән йәштәргә почет грамоталары тапшырҙы. Байрам БДУ, БДПУ, БДАУ, ӨДНТУ, ӨДАУ һәм башҡа юғары уҡыу йорттары отрядтары әҙерләгән концерт менән тамамланды.
Читайте нас: