Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2020, 09:59

Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.

Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.
Белгестәр әйтеүенсә, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе.
ҮҘ ТЕЛЕМДӘ ҺӨЙЛӘШӘМ

Үҙ телемдә һөйләшәм -
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм -
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

Үҙ телемдә һөйләшәм –
Бар булмышым нур ғына.
Үҙ телемдә һөйләшәм –
Күңелкәйем йыр ғына.

Һәр һүҙ миңә сәскә төҫлө,
Һәр һүҙ – йәйғор киҫәге.
Шатлығымдың юҡ сиге,
Юҡ шатлығым иҫәбе.

Үҙ телемдә һөйләшәм,
Үҙ илемдә көн күрәм,
Күңелемә шатлыҡтан,
Кинәнестән нур һүрәм!
(Д.Талхина)
Читайте нас в