Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2020, 23:55

Дамир Шәрәфи арабыҙҙан китте...

Башҡорт журналистикаһы, яҙыусылар донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Үҙенең 55-се яҙын ҡаршыларға торған күренекле публицист, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, мәғариф отличнигы Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов арабыҙҙан китте.

Дамир Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Белорет районының Көмбә ауылында тыуған. 1982 йылда Инйәр урта мәктәбен тамамлай. 1987 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Орел өлкәһенә эшкә ебәрелә. 1989 йылда журналистикаға килә – хеҙмәт юлын район гәзите “Урал”да мөхәррир урынбаҫары вазифаһында дауам итә. Һуңынан “Йәшлек”, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Тамаша”, “Сельские узоры”, “Ағиҙел” республика баҫмаларында яуаплы секретарь вазифаларын башҡара. Йәмәғәт эшендә лә өс мөҙҙәт Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы секретары булырға өлгөрә, ике йыл Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһының ижади советы ағзаһы була.
Дамир Шәрәфетдинов башҡорт яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып «Стихи.ру» интернет-порталында үҙ сәхифәһен булдыра, электрон шиғыр китабы сығара. Төрки телле шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеү буйынса «Аҡ торна» халыҡ-ара конкурсы лауреаты, күп республика баҫмаларының йыл лауреаты. Уның башҡорт авторҙары проза әҫәрҙәренең руссаға тәржемәләре төрлө Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулай. “Икеләнеү”, “Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар”, “Төнгө усаҡ” шиғырҙар, поэмалар, “Йәшел байлыҡ. Аяҡ аҫтындағы ризыҡ”, “Таулы төбәк — беҙҙең төйәк. Иҙел башы тураһында бәйән”, “Көн башы һуҡмаҡтары. Тропинки рассвета” һәм башҡа китаптар авторы ул.
Дамир Шәрәфетдинов менән хушлашыу 22 февралдә Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһында уҙасаҡ, уны тыуған ауылы Көмбәлә ерләйәсәктәр.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: