Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2020, 23:30

Кеҫә телефоны менән ҡайҙа һөйләшергә ярамай?

Көнитмешебеҙҙәге айырылғыһыҙ әйбергә әүерелгән телефондың хәүефле икәнен хәтерҙән сығармайыҡ.

Лифтҡа йәки подъезға ингәс, кеҫә телефонынан һөйләшмәгеҙ, тимер ҡоршау менән уратып сикләнгән урын телефондың нурланыу көсөн арттыра. Телефон сигналы вагон, лифт корпусының тимер сиктәренә ҡағылып, күпкә көсәйеп, кире ҡайта һәм мейегә зыян итә. Йоҡо бүлмәһендә, карауат эргәһендә кеҫә телефонын зарядкаға ҡуймағыҙ.
Ғалимдар әйтеүенсә, ярты метрҙан арыраҡ ятҡан кеҫә телефоны юғары вольтлы сым аҫтында ял итеп ятыу менән тиң. Телефон зарядкала торғанда ла һөйләшеү тыйыла. Көслө нурланыу алырһығыҙ.
Читайте нас: