Дим буйҙары
+21 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраля 2020, 06:25

Башҡортостандың юғары судына судьялар тәғәйенләнде

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьялары вазифаларына Регина Әйүпова һәм Ингрида Индан тәғәйенләнде, Дәүләкән районы суды судьяһы – Вадим Ғәлимйәнов, Өфө ҡалаһының Калинин районы суды судьяһы – Азамат Мөхәмәтйәнов, Өфөнөң Совет районы суды судьяһы – Сослан Исҡужин.

Бынан тыш, Владимир Путин 2020 йылдың 20 февралендәге «Федераль судтарҙың судьяларын тәғәйенләү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы, шуның нигеҙендә Азалия Шакирйәнованы Өфөнөң Совет районы судьяһы итеп тәғәйенләне.
Читайте нас