Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2020, 11:58

Уҡытыусыға ҡул күтәреүселәр рәшәткә артына эләгәсәк

Тейешле документ Дәүләт думаһына индерелде

Дөйөм рәсәй мәғариф профсоюзы уҡытыусыларҙы мыҫҡыл иткән уҡытыусыларҙың ата-әсәләре өсөн язаны ҡәтғиләндереүсе закон проектын әҙерләгән. Был хаҡта әлеге ойошманың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Документ нигеҙендә ата-әсәләр үҙ вазифаларын тейешенсә үтәмәгән өсөн штрафты алты тапҡыр — 500-ҙән 3 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә. Бынан тыш, һөнәри эшсәнлекте тормошҡа ашырыу ваҡытында уҡытыусыны мыҫҡыл иткән өсөн граждандарға — 5 мең, етәкселәргә — 40 мең, юридик шәхестәргә 150 мең һумға тиклем штраф һалыу тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта педагогҡа ҡарата көс ҡулланған осраҡта өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Әлеге закон проекты "педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡарата мәсхәрәләү һәм көс ҡулланыу кеүек ихтирамһыҙ мөнәсәбәт өсөн яуаплылыҡты билдәләү һәм көсәйтеү маҡсатында" эшләнгән. Һуңғы ваҡытта Рәсәй мәктәптәрендә уҡытыусыларға һөжүм итеү осраҡтары арта бара, был иһә “белем алыу мөмкинлегенең һиҙелерлек кәмеүенә генә түгел, ә йәмғиәттә педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең айырым хоҡуҡи статусын кәметеүгә лә килтерә”.
Документ Дәүләт думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитетына карауға тапшырылған.
Фото: activityedu.ru
Читайте нас: