Унда ҡатнашыусыларға 2400 һум (был сумманың төрлө булыуы ла мөмкин) аҡса индерергә тәҡдим ителә, йәнәһе лә, аҙаҡ, үҙ сиратында, ул уны күбәйтеп - 19200 һум аласаҡ.
Таныштар, хатта яҡындар араһында "мин шундай төҫкә сыҡтым!" тип "ҡыуаныстары" менән уртаҡлашҡанына шаһит булырға тура килә. Иң алда, күк төҫтә торған уйынсыға, 15 кешенең аҡсаһы күсә, ул системанан сыға, уның урынын артынан килеүсе "бәхетле" ала. Шулай, арттағы ҡатнашыусылар алға күсә барып, үҙ сиратын көтә. Икенсе һәм өсөнсө уйынсы күрһәтелгән күләмдәге аҡсаны алһын өсөн схемала 32 кешенең булыуы мотлаҡ, тиелә ҡағиҙәлә.