Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2020, 13:20

Башҡортостандан "Яҙғы ямғыр"

Буласаҡ халыҡ иҫәбен алыу талисманы тураһында

Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020 талисманы конкурсына бихисап эш ебәрелгән. Улар араһында беҙҙең республиканан Ләйсән Әминеваның эше лә бар, ул ВПН-2020 символикаһы менән күгәрсенде һүрәтләгән.
Билдәле булыуынса, еңеүсе алтмыш мең һум, шулай уҡ тотош илгә билдәле буласаҡ. ВПН-2020 сайтында әйтелеүенсә, талисман нигеҙендә сувенир һындары, ҡурсаҡтар, йомшаҡ уйынсыҡтар булдырыла ала.
Талисман эшләүҙә Рәсәйҙең 74 төбәгенән кешеләр ҡатнашҡан.
Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың 1-31 октябрҙә һанлы технологиялар ҡулланып үтәсәген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Рәсәйҙә йәшәүселәр тарафынан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон иҫәп алыу ҡағыҙын үҙ аллы тултырыу мөмкинлеге булыуы был мөһим эштә яңылыҡ тиергә була. Тораҡ биналарҙы йөрөп сыҡҡанда "Росстат" күсереп яҙыусылары махсус программа тәьминәте менән планшеттар ҡулланасаҡ. Шулай уҡ үҙ аллы иҫәп алыу ҙа мөмкин буласаҡ. Быны, МФЦ биналарын керетеп, иҫәпләү участоктарында эшләргә мөмкин.
Читайте нас: