Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Ата менән әсә – алтын ҡанат
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт. Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын
Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
Алма ағасынан алыҫ ташмәй
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр. Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Ояһында ни күрһә, рсҡанында шул
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.