Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2020, 19:34
Демография буйынса республикала хәлдәр нисек?
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында "Демография" дөйөм дәүләт проекты тормошҡа ашырыла.
Шул уңайҙан республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төбәктәге демографик торош тураһында сығыш яһаны. Уҙған йыл эсендә республикала үлеүселәр һаны ла, тыуыусылар һаны ла кәмегән. Халыҡтың табиғи кәмеүе 7164 кеше тәшкил иткән.
- "90-сы йылдар демографик соҡоро"ның һөҙөмтәләре һаны кәмеүҙең объектив сәбәбе булып тора, шуның һөҙөмтәһендә бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмей, шулай ук, балалар тыуыуҙың түбән интенсивлығы билдәләнә. Уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында республикала 42 031 сабый тыуған, был 2018 йылға ҡарағанда 10,6 процентҡа кәмерәк. Үлеүселәр һаны 1245 кешегә кәмегән. Ә башланғыс мәғлүмәттәр буйынса сабыйҙар үлеме күрһәткесе 5,9 промилле тәшкил итте, - дип хәбәр итте ул ведомствоның киңәйтелгән коллегия утырышында.
Министр, шулай ук ҡан әйләнеше системаһы ауырыуынан үлеүселәр һанының 10,1 процентҡа кәмеүен билдәләп үтте. Онкология ауырыуҙарын актив асыҡлау буйынса саралар уҙғарыу һәм онкология хеҙмәтенең һөҙөмтәле эше яман шештәрҙән үлемде 2,4 процентҡа кәметеүгә ирешергә мөмкинлек биргән.
Фото: "Башинформ" агентлыгы
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?