1942 йылда үҙе теләп фронтҡа киткән егет 18-се һауа десант бригадаһына разведчик итеп ебәрелгән, Карелия, Украина фронттарында алышҡан. 1945 йылдың апрелендә, Будапешт ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә, ауыр йәрәхәтләнгән, көтөп алынған Еңеү көнөн Австриялағы госпиталдә ҡаршы алған. Сергей Петрович Оловянников III дәрәжә Дан Ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, башҡа бик күп юбилей миҙалдары һәм отличие билдәләре менән наградланған.