Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2020, 14:05

Яҡындарҙы хәтерләү көнө барлыҡҡа килә

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булыуынса, Башҡортостанда мәрхүм булған яҡындарҙы һәм туғандарҙы иҫкә алыу өсөн дөйөм Хәтер көнө барлыҡҡа килә.

Ул бөтә дин вәкилдәренә лә ҡағыласаҡ. Был көн 2 майҙа билдәләнәсәк. Бөгөн Башҡортостан Башлығы был туралағы указға ҡул ҡуйған.
– Быны беҙҙең кешеләр зыяраттарға килеп, туғандарын һәм яҡындарын иҫкә ала алһын өсөн эшләйбеҙ. Властың бурысы – уңайлы инфраструктура әҙерләү. Зыяраттарға халыҡты ташыу, дин әһелдәре тарафынан дежурлыҡ ойоштороу, аҙаҡ йыйыштырып ҡуйыу һәм башҡалар, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ был йәһәттән булған башҡа көндәргә теймәйбеҙ, улар ҡаласаҡ. Мәҫәлән, православие динендәгеләрҙең Пасханан һуң ата-әсә көнө бар.
Алдан билдәләп киткәнсә, был көн 2 майҙа буласаҡ. Тап май байрамдарында кеше ял итә, ауылдарына ҡайта. Хәтерләү көнө артабан йыл һайын билдәләнәсәк. Указға ярашлы, муниципалитеттар ветерандар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм уларҙың тол ҡатындары, тыл ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләр ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ярҙам итәсәк.
Фото: stihi.ru
Читайте нас: