Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2020, 12:20

15 йәшлек үҫмер уникаль ҡоролма яһаған

Ул юғалған кешеләрҙе табыуҙа ярҙам итәсәк.

Мәскәү ҡалаһының 1557-се мәктәбе уҡыусыһы Максим Громаков урманда йәиһә ҡалала аҙашҡан кешеләрҙе эҙләүҙе еңеләйтеүсе антенна яйланма эшләгән. Был хаҡта Мәскәү мэры һәм Хөкүмәте порталы хәбәр итә.
Максим эшләгән яйланма квадрокоптерҙар менән элемтәнең сифатын һәм йыраҡлығын яҡшырта, ул волонтерҙарға юғалған кешеләрҙе эҙләргә ярҙам итәсәк. Үҫмерҙең антенналы ҡоролмаһы кешеләрҙең ҡайҙа булыуын тағы ла төгәлерәк билдәләргә мөмкинлек бирә. Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы һүҙҙәренә ҡарағанда, "Лиза Алерт" отряды вәкилдәре уға уҙған йыл аҙағында мөрәҗәғәт иткән һәм ул уларға ярҙам итергә риза булған.
"Хәҙерге квадрокоптерҙар төрлө шарттарҙа төрлөсә элемтәлә ҡалырға мөмкинлек бирә: урманда - 500 метр, әгәр баҫыуҙа эҙләүҙәр барһа, өс километр. Ә был система квадрокоптерҙы осошта оҙата барыу мөмкинлеге бирәсәк. Был осраҡта элемтәнең йыраҡлығын бер нисә тапҡыр арттыра аласаҡбыҙ. Тотороҡло элемтә булған осраҡта, эҙләүҙәр тиҙерәк барасаҡ", - тип һөйләгән РИА Новости хәбәрсеһенә "Лиза Алерт"тың пилотһыҙ осоу аппараттары йүнәлеше етәксеһе Евгений Герасимов.
Хәҙерге ваҡытта Максимдың ҡоролмаһы һынауҙар үтә, әммә киләсәктә уны күпләп яһап, “Лиза Алерт” отрядының барлыҡ төбәк бүлексәләрен тәьмин итергә ниәтләйҙәр.
Фото: m24.ru
Читайте нас: