Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2020, 15:05

Айнур Бирғәлин: «2 май - зыяраттарҙы тәртипкә килтереү өсөн уңайлы ваҡыт»

Белеүебеҙсә, Радий Фәрит улы Хәбиров ошо көндәрҙәрҙә айырым хәтер көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы хәлде тамырынан үҙгәртергә булды, күҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Уның ҡарары менән беҙ килешәбеҙ, - тип белдерҙе Айнур хәҙрәт Бирғәлин. - 2 май - был барыһы өсөн дә уңайлы ваҡыт. Был мәлдә ҡар иреп бөтә, ул шулай уҡ бер ниндәй дини байрам менән бәйләнмәгән ял ваҡыты ла. Ниндәй диндән һәм ниндәй милләттән булыуға ҡарамаҫтан, беҙ барыбыҙ ҙа яҡындарыбыҙҙың ҡәберҙәрен:таҙартып, тәртип урынлаштырасаҡбыҙ. Әлбиттә, был көн бар республика халҡын был изге эшкә туплаясаҡ.
Йыл һайын был көндә маршруттар һәм зыяраттарҙа башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муниципалитеттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар һәм тол ҡатындарҙың, тыл эшсәндәренең, ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ярҙам итергә тейеш.
Фото Интернеттан
Читайте нас: