27 февралдән Үзбәкстан авиакомпанияһы, коронавирус таралыу сәбәпле, Сәғуд Ғәрәбстаны хакимиәте хажиҙар һәм туристар ҡабул итеүҙе, Ташкенттан Жиддә һәм Мәҙинәгә рейстарҙы туҡтатты. Авиакомпания Сәғуд Ғәрәбстанына хаж ҡылыус Үзбәкстан граждандары өсөн бер нисә чартер рейс яһауын хәбәр иткән ине. 1 февралдән Үзбәкстан Ҡытай Халыҡ Республикаһы, ә 1 марттан Афғанстан, Иран, Италия һәм Көньяк Корея араһында авиаосоштарҙы туҡтатты.