Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2020, 11:10

ОСАГО полисының яңы формаһы

Үҙәк Банк күрһәтмәһе нигеҙендә, 8 марттан водителдәр КАСКО килешеүен, ОСАГО полисының икенсе яғына индерә аласаҡтар.

Яңы форматтағы страховка полисы бер нисә талапҡа тура килергә тейеш. Ул транспорт хужаһының үлем осрағын да, транспортҡа зыян килтереү ҡурҡынысын да үҙ эсенә ала. Бынан тыш, мәжбүри һәм ирекле страховка полистарының ғәмәлдә булыу ваҡыты ла тура килергә тейеш. Әгәр ОСАГО-ның ғәмәлдә булыу ваҡыты сыға икән, КАСКО ла ғәмәлдә булыуҙан туҡтай. Шул уҡ ваҡытта, мәжбүри (ОСАГО) килешеүен өҙмәйенсә, ирекле страховканан (КАСКО) баш тартырға мөмкин. Ике яҡлы полисты ҡағыҙҙа ла, электрон рәүештә лә алырға була.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: