Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2020, 12:35

Уҡыусы класта иҙән йыуырға тейешме?

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов быға ҡарата үҙ фекерен белдергән.

Мәғариф министры Сергей Кравцов журналистар менән осрашыу мәлендә бала мәктәптә эшләргә, класс бүлмәһен йыйыштырырға, иҙән йыуырға һәм өмәләрҙә ҡатнашырға тейешме, тигән һорауҙарға аңлатма биргән. Был хаҡта “Российская газета” хәбәр итә.
— Бер яҡтан, бында саманан тыш ҡыланырға кәрәк түгел. Икенсе яҡтан, мәктәпте тамамлаусы иҙән дә, кер ҙә йыуа, ашарға ла бешерә белергә тейеш. Сөнки тормошта төрлө хәлдәр була. Әйтәйк, донъяның иң яҡшы мәктәптәрендә — Сингапурҙа, Англияла, Францияла — хеҙмәт мәжбүри программаға индерелгән. Был, әйтәйек “Макдональдс”та тәжрибә туплау, йәки Африкала волонтер булып эшләү булырга мөмкин, — ти мәғариф министры.
Фото: avatars.mds.
Читайте нас: