Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2020, 17:20

Кемгә ЭКО-ны бушлай эшләйҙәр?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер балаһыҙ ғаиләләр байтаҡ. Ә бына ЭКО, йәғни экстракорпораль аталандырыу – ҡайһы бер парҙар өсөн берҙән-бер ата-әсәлек бәхетен татыу ысулы. Ә уны бушлай эшләтеү юлы бар.

Йыл һайын республикала ошо мөмкинлекте ике меңдән ашыу ҡатын файҙалана. Быйыл Башҡортостан өҫтәмә 83 миллион һум аҡса бүлде, йәғни сиратты йәнә 650 кешегә кәметеп буласаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Иң тәүҙә әсә булырға теләгән гүзәл зат вәкиленә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһындағы акушер-гинекологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табип ҡатынға ла, иргә лә тикшереү үтергә, анализдар тапшырырға ҡушасаҡ. Әлегә быларҙың барыһы ла граждандарҙың үҙ иҫәбенә буласаҡ. Артабан “түлһеҙлек” диагнозы иҫбатланһа, табип ЭКО ярҙамында дауаланыу кәрәклеге хаҡында һығымта әҙерләйәсәк. Уны Республика медицина-генетика үҙәгенә, йәғни Өфө ҡалаһының Чернышевский урамындағы 41-се йорттоң 2-се ҡатында урынлашҡан ЭКО бүлмәһенә алып барырға кәрәк. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома – 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем, шишәмбе, кесе йома – 12-нән 18 сәғәткә тиклем. Бәйләнеш өсөн телефон: +7(347) 246-83-97. Комиссия бар документтарҙың да дөрөҫ тултырылғанлығын тикшерәсәк һәм сиратҡа ҡуясаҡ. Ә күпме көтөргә кәрәк икәнлеге һеҙгә биреклгән документтарҙа яҙыласаҡ. Аҙаҡ клиниканы һайларға тура киләсәк.
Ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, Башҡортостанда ошондай процедуралар үткәргән биш клиника бар: Республика медицина-генетика үҙәге – (347) 251-20-19; “Әсә һәм бала” клиникаһы – (347) 293-03-03; “Ғаилә” клиникаһы – (347) 246-10-20; “Ҡатын сәләмәтлеге” клиникаһы – (347) 248-13-56; “Медикал Он Груп” клиникаһы – (347) 255-88-00.
Сиратҡа алынған ваҡыттан алып бар процедуралар ҙа Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аша түләнә, йәғни һеҙҙең өсөн улар бушлай буласаҡ. Быға табипҡа күренеү, процедуралар үтеү һәм препараттар ҡабул итеү инә. Әгәр ЭКО-ны беренсе тапҡыр эшләтеп тә, һөҙөмтә юҡ икән, 2019 йылдан процедуралар һаны сикләнмәгән.
Әгәр ниндәйҙер һорауҙарығыҙ булһа, медицина страховкаһы фондына мөрәжәғәт итегеҙ. Уның телефон һандары полисығыҙҙа яҙылған. Бынан тыш, Республика медицина-генетика үҙәгенә +7 (347) 246-83-97 йәки республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ҡыҙыу бәйләнеше”нә +(347) 218-00-53, 218-00-76, 218-00-83 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: