Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2020, 11:45

"Йыл уҡытыусыһы-2020" башланды

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында "Йыл уҡытыусыһы-2020" республика конкурсын асыу тантанаһы булды.“

Бер аҙна дауамында педагогтарыбыҙ үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтәсәк, – тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Улай ғына ла түгел, һәр береһе бай тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, бер-береһе менән аралашасаҡ. Үҙеңде һәр яҡлап асыу, камиллашыу мөмкинлеген биргән мөһим сара быйыл да үҙ маҡсатына өлгәшер тип ышанам”.
Был конкурс менән бер рәттән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" ла ойошторола.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина үҙ сығышында тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ил, тел хәстәре менән янып йәшәүен, рухиәтебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индереүҙәрен билдәләне.
Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле уҡытыусылар! Һынауҙы лайыҡлы үтеп, яңы дәрт-дарман алып ҡайтығыҙ!
Читайте нас: