Юғарыла күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ғаризаларҙы шулай уҡ Бишбүләк ауылы, Совет урамы, 21 йорт адресы буйынса урынлашҡан дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең Күп функциялы үҙәгенә лә бирергә мөмкин. Әгәр 14, 20, 45 йәш тулыу 30 көндән дә кәмерәк булһа, ғаризаны Кyп функциялы үҙәктә лә, миграция пунктында ла бирергө мөмкин. 30 көндән артыҡ ваҡыт уҙһа, ғариза Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлегенә генә бирелә. Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең берҙәм порталы аша дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең өҫтөнлөктәре
www.gosuslugi.ru тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ғариза бирә алаһығыҙ, ғариза биргәндә, сираттар юҡ, шулай уҡ шәхси кабинетта дәүләт пошлинаһы түләгәндә 30% ташлама бирелә.