Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
12 Марта 2020, 14:58
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеге бар
Биш hәм унан да күберәк бала тапҡан hәм 8 йәшкә тиклем күп бала тәрбиәләгән әсәләр 50 йәштә пенсия алыу хоҡуғына эйә.
Күп балалы әсәләргә алдна пенсияға сығыуҙы рәсмиләштереү өсөн 15 йыл страховка стажына эйә булырға кәрәк, уның иҫәбенә эш осоро менән бер рәттән hәр бала йәш ярымға еткәнсегә тиклем, ләкин дөйөм йылдар һаны алты йылдан артыҡ түгел, улар алдағы hәм (йәки) улар артынан, оҙайлығына ҡарамаҫтан, эш осорҙары hәм (йәки) башҡа хеҙмәт ваҡыты ла инә. 50 йәштә пенсия билдәләү хоҡуғына шулай уҡ ике hәм унан да күберәк бала тапҡан hәм Алыҫ Төньяҡта 12 йылдан да кәм булмаған страховка стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар; бала саҡтан инвалид баланы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең (опекун) береһе хоҡуҡлы. Әлеге пенсия закондары нигеҙендә, өс һәм дүрт балаһы булған күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа пенсияны ваҡытынан алда билдәләү хоҡуғына эйә. Ҡатын-ҡыҙҙың өс балаһы булһа, ул 57 йәшендә, дүрт балаһы булһа, 56 йәштә, йәғни билдәләнгән пенсия йәшенән дүрт йылға алданыраҡ пенсияға сыға ала. (2018 йылдың 3 октябрендә сыҡҡан 350-ФЗ һанлы «Пенсияларҙы билдәләү hәм түләү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон).
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бyлеге матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
2 Июля , 11:11
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Файҙалы эштәр йылы
6 Июля , 09:56
Тырыш ҡулдар арыу белмәй!
Общие статьи
30 Июня , 13:35
Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"