Әммә мунса мунсаға оҡшамай, унан тыш, уның һаулыҡҡа ниндәй йоғонто яһауын да белеп тороу зарур. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, юғары ҡан баҫымынан һәм башҡа етди ауырыуҙарҙан яфаланғандар терапевт менән кәңәшләшһә, тағы ла яҡшыраҡ. Ә бөгөн һеҙгә мунса төрҙәре тураһындағы мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ – яраҡлыһын, оҡшағанын һайлағыҙ.
Хамам – төрөк мунсаһы
Парлы мунса, юғары дымлылыҡтағы йомшаҡ режимлы. Инфра-ҡыҙыл нурланыу – 0-50%. Ғәҙәттә, төрлө температуралы биш бүлмәнән тора.
Мунса йолаһы: пар бүлмәһе – йылы һыулы бассейн – пар бүлмәһе – күбекле массаж һәм пилинг – термаль һыулы бассейн – сәй эсеү.
Дауалай: бронхит, астма (ҡурылдай быумаһы), тире сирҙәрен.
Фин мунсаһы
Ҡоро сауна, ҡаты режимдар. Инфра-ҡыҙыл нурланыу – 30-50%. Парланыу һәм ял бүлмәһенән тора.
Мунса йолаһы: 10 минут парланыу – һалҡын һыулы бассейн – ял. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин, тик һәр ҡайһыһында пар бүлмәһендә оҙағыраҡ тороу зарур.
Дауалай: астма (быума), варикоз, тире сирҙәрен.
Рус мунсаһы
Пар бүлмәһе – йомшаҡ йылы менән. Инфра-ҡыҙыл нурланыу – 40-80%. Мунса алды, пар бүлмәһе һәм йыуыныу бүлмәләренән тора.
Мунса йолаһы: йыуыныу – пар бүлмәһе – пар бүлмәһендә миндек менән сабыныу – һалҡын һыу менән ҡойоноу (10-15 секунд), бассейн йәки көрткә сумыу – пар бүлмәһе – йыуыныу бүлмәһендә ял.
Дауалай: ревматизм, подагра сирҙәрен, һалҡын тейеүҙе.
Офуро – япон мунсаһы
Көнсығыш технологиялы мунса, мискәләрҙә – һыу һәм ҡыҙҙырылған таштар, бораҡ. Инфра-ҡыҙыл нурланыу таштарҙы һәм бораҡты ҡулланғанда ғына була.
Ағас мискәнең эсенә йә тышына ҡоростан мейес ҡуйылған. Эҫе һыуҙа парланалар, уға эфир майҙары йә кедр борағын, дарыу үләндәрен ҡушалар.
Мунса йолаһы: мискә (5 минут) – һәндерәлә ял. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләүселәр япмаға уранып ятһа яҡшыраҡ.
Дауалай: бөйөр, тын алыу юлдары сирҙәрен.
Ирландия мунсаһы
Парланыу бүлмәһе йомшаҡ йылы менән. Инфра-ҡыҙыл нурланыу – 40-80%. Өс төрлө, төрлө температуралы бүлмәләрҙән тора.
Мунса йолаһы: 25-27 градус эҫелектәге бүлмә – 32-35 градус эҫелектәге бүлмә – иҙәненән 60 градус эҫелектәге һауа бөрккән бүлмә – бассейн – ял.
Дауалай: ревматизм, тире ауырыуҙарын.