Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2020, 13:15

Евросоюз илдәренә авиаосоштар туҡтатыла

ТАСС мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 16 марттан Рәсәй барлыҡ Евросоюз илдәре һәм Швейцария, Норвегия менән даими авиаосоштарҙы сикләй. Был Мәскәүҙән ошо илдәрҙең баш ҡалаларына һәм кире яҡҡа осҡан самолеттарға ҡағылмай.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн ойошторолған оператив штабта сикләүҙең ил именлеге, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау һәм инфекция таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән ваҡытлыса индерелеүен хәбәр итәләр. Шулай итеп, ағымдағы йылдың 16 мартында, Мәскәү сәғәте менән 00 сәғәт 00 минутта Рәсәйҙең барлыҡ аэропорттарынан Евросоюз илдәренә даими пассажир авиаосоштары туҡтатыла. Был Мәскәүҙең Шереметьево аэропортынан үрҙә телгә алынған илдәрҙең баш ҡалаларына һәм кире яҡҡа осҡан самолеттарға ҡағылмай. Ғәмәл чартер рейстарында Евроосоюз граждандарын тыуған илдәренә, ә беҙҙең граждандарҙы Рәсәйгә алып ҡайтыу өсөн башҡарыла.
Бынан алда, 13 мартта, Рәсәй менән Германия, Франция һәм Испания илдәре араһында коронавирусты таратмау хаҡына авиосоштар туҡтатылғайны.
Фото: Авиа Совет. ру
Читайте нас: