Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 11:58

Юрий Гагариндың ҡатыны вафат булған

17 мартта планетала тәүге космонавт Юрий Гагариндың ҡатыны Валентина Ивановна мәрхүм булған. Гагарина (ҡыҙ фамилияһы - Гончарова) 1935 йылдың 15 декабрендә тыуған, 2019 йылдың декабрендә 84 йәшен билдәләгән.

Гагариндар 1957 йылдың 27 октябрендә Ырымбур ҡалаһында өйләнешә. Юрий ул ваҡытта хәрби-осоусы, ә Валентина медицина училищеһын тамамлаған була. Бәхетле ғаиләлә уларҙың ике ҡыҙы тыуа. Әле өлкән ҡыҙҙары Елена Гагарина - Мәскәү Кремленең музей директоры, кесеһе, Галина - иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
Юрий Гагариндың 1961 йылдың 12 апрелендәге осошонан һуң Валентина Ивановна, космонавтың ҡатыны булараҡ, Ленин ордены менән бүләкләнә. Ғүмер дәүерендә ул шәфҡәт туташы, ә аҙаҡ Йондоҙло ҡаласығындағы Осоштар менән идара итеү үҙәгендә лаборант-химик булып эшләй.
1968 йылдың 27 мартта иренең вафатынан һуң Валентина Ивановна уникаль музей ойоштороуға булышлыҡ итә. Иренең парад кителен, бөтә наградаларын, шәхси документтарын, бүләктәрен һәм 1961 йылдың 12-13 апрелендә сыҡҡан "Правда", "Известия", "Московская культура" кеүек баҫмаларҙың махсус һандарын музейға тапшыра. Шулай уҡ ул 1981 йылда Юрий Гагарин иҫтәлегенә бағышлап, "108 минут һәм тотош ғүмер" тип исемләнгән китап яҙа.
Хаҡлы ялға сығып, әлеге көнгәсә Мәскәү янындағы Йондоҙло ҡаласығында йәшәй Влентина Ивановна. 2017 йылда хатта Мәскәү өлкәһенең почетлы гражданы тигән исемгә лайыҡ була.
32 йәшендә генә тол ҡалып, ғүмерен яратҡан кешеһе иҫтәлегенә бағышлай - башҡаса кейәүгә сыҡмай ул.
Фото А. Пушкарев. ТАСС
Читайте нас: