Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2020, 11:50

Аҫаба халыҡтар хоҡуҡтары тураһындағы статья үҙгәрә

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереүгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Рәсәй Президенты указы менән 22 апрель Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереүҙе хуплау буйынса Бѳтә Рәсәй тауыш биреү һәм ял кѳнѳ тип билдәләнде.
Үҙгәрештәр, нигеҙҙә, беҙҙең дәүләттең һәм күп милләтле халыҡтың илһѳйәрлеген һәм милли фекерҙәр берҙәмлеген күтәреүгә йүнәлтелгән. Рәсәй Конституцияһы тексына тел һәм мәҙәниәт тураһындағы мѳһим ѳҫтәмә индерелә. Рәсәй Федерацияһында мәҙәниәткә «уның күп милләтле халҡының үҙенсәлекле мираҫы» статусы бирелә. Аҫаба халыҡтар хоҡуҡтары тураһында статья үҙгәрә. Дәүләт Рәсәй Федерацияһының бѳтә халыҡтарының һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген яҡларға, этномәҙәниәтте һәм тел тѳрлѳлѳгѳн һаулау гарантияланырға тейеш.
Рәсәй сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙға уларҙың хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә, уларҙың мәнфәғәтен яҡлай.
Ғаилә статусын билдәләүҙә бик әһәмиәтле ѳҫтәмә индерелә. Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау, ир менән ҡатындың берлеге булараҡ никах институтын нығытыу, ғаиләлә баланы лайыҡлы тәрбиәләү ѳсѳн шарттар булдырыу, шулай уҡ бәлиғ булған балаларҙың ата-әсәләрен хәстәрләүе тураһында улар.
Дәүләт Думаһының вәкәләттәрен арттырыу буйынса ѳҫтәмәләр бар. Хәҙер Дәүләт Думаһы Рәсәй Хѳкүмәте Рәйесе урынбаҫары һәм федераль министрҙарҙы, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙе вазифаларға раҫлаясаҡ.
Дәүләт Думаһына депутат булып һайланасаҡ кешегә мотлаҡ талаптар билдәләнде. Уға ярашлы, хәҙер сит ил гражданлығы һәм башҡа илдәрҙә оҙаҡ йәшәүгә хоҡуҡ биргән документы булған Рәсәй гражданы Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана алмаясаҡ. Депутаттарға сит илдә банк иҫәбе булдырыу, аҡса һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы сит ил банкттарында һаҡлау ҙа тыйыла.
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советын тѳҙѳү буйынса пункт ѳҫтәлә, был иһә Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәттәге тѳп йүнәлештәрҙе һәм дәүләттең ѳҫтѳнлѳклѳ социаль-иҡтисади үҫеше йүнәлештәрен билдәләү ѳсѳн бѳтә кимәлдәге властар араһында килешеүсәнлекте кѳйләү маҡсатында булдырыла. Урындағы үҙиадара органдары һәм дәүләт власы органдары Рәсәй Федерацияһындағы берҙәм асыҡ власть системаһын сағылдырасаҡ.
Халыҡтың мәнфәғәтендә мәсьәләләрҙе һѳҙѳмтәле хәл итеү ѳсѳн урындағы үҙидара органдары тѳбәк һәм федераль кимәлдәге власть менән хеҙмәттәшлек итәсәк, - тине Павел Качкаев.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Фото: amur.er.ru
Читайте нас в