Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель 2020, 13:23

Ҡағиҙәләр ҡәтғи, улар теүәл үтәлергә тейеш

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 31 марттан йәшәгән урын буйынса ѳйҙән сыҡмау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Граждандар, мохтажлыҡ тыуғанда, яҡындағы магазинға, дарыуханаға йәки башҡа сауҙа пунктына сыға ала. Был осраҡта үҙең менән паспортыңды алырға кәрәк, шулай уҡ йәшәгән урындан 150 метр алыҫҡа китеү тыйыла. Этте йѳрѳтѳргә сыҡҡанда ла үҙең менән документ алырға, йәшәгән урындан 100 метр алыҫҡа китергә ярамай. Эшкә барыу һәм ҡайтыу ѳсѳн дә документ, шулай уҡ эш биреүсенең справкаһы булыуы мотлаҡ, транспорт хеҙмәте күрһәткәндәргә йәки йѳк ташығандарға, әйбер алып килгәндәргә лә ошо уҡ талап ҡуйыла.

Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс класс уҡыусылары ѳсѳн 15 кешенән артмаған дежур тѳркѳмдәр булдырыласаҡ. Унда тәү сиратта ѳҙлѳкһѳҙ эшмәкәрлек алып барған ойошмаларҙа хеҙмәт иткән ата-әсәнең балалары индерелә.

Магазиндарҙа, дарыуханаларҙа граждандар араһында 1,5 метр араны күҙәтеү мѳһим, шул иҫәптән бинаға махсус индереү тәртибе тураһында билдә ҡуйылырға тейеш.

Бәйләнеш операторҙарына указ кѳсѳндә булған саҡта хеҙмәт күрһәтеүҙе туҡтатмау тәҡдим ителә.

Урындағы үҙидара органдары яңғыҙ ҡалған граждандарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр тѳркѳмѳн ойошторорға һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслы. Шулай уҡ парк, сквер, аллея, балалар майҙансыҡтарын ябыу сараһын күреү бурысы йѳкмәтелде.

Указға ярашлы, башҡа тѳбәктәргә пассажирҙар ташыу тыйыла, шулай уҡ муниципаль-ара һәм муниципаль маршруттар һаны ла кәметелә.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығына граждандарҙы хеҙмәт һәм шәхси транспорты теркәлмәгән муниципалитеттар биләмәһенә инеүҙе сикләү тәҡдим ителә. Урамдарҙа һәм йәмәғәт урындарында 65 йәштән уҙған граждандарға иғтибар итеп, ѳйҙә ултырыу тәртибен боҙорға ярамауы тураһында аңлатыу эше алып барыласаҡ.

Фото: instagram.com
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: