Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2020, 11:24

Владимир Путин эшләмәй торған көндәрҙе 30 апрелгә тиклем оҙайтты

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжғәт итте.

Сығышында ил башлығы аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшеүсе табипларға, шәфҡәт туташтарына, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә, волонтерҙарға һәм битараф булмаған һәммә кешегә рәхмәт белдерҙе.
Эшләмәгән бер аҙна, шулай уҡ халыҡты изоляциялау беҙгә эпидемияға ҡаршы үҙебеҙҙең һәм сит илдәр тәжрибәһен ҡулланып, һөҙөмтәлерәк көрәшергә ваҡыт һәм мөмкинлек бирҙе, тине ул.
Ләкин мәкерле сир сигенергә уйламай. Шул сәбәпле, эшләмәй торған көндәр 30 апрелгә тиклем оҙайтыласаҡ. Был көндәр өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ
Фото: bashinform
#Владимир Путин
Читайте нас: