Шулай уҡ ул коронавирусҡа бәйле граждандарға ярҙам итеү буйынса тѳбәк ирекмәндәр үҙәктәре вәкилдәренең федераль селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Республика Башлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһының тѳбәк башҡарма комитеты базаһында “Беҙҙең хәстәрлек” проектына ярашлы ойошторолған берҙәм колл-үҙәктә булды. Тѳрлѳ йәмәғәт ойошмаларынан булған үҙәк белгестәре тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм күп каналлы 8-800-201-89-03 телефон буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. Хәүеф тѳркѳмѳнә ҡараған ѳлкәндәр, социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгәндәр, яңғыҙ йәшәгән граждандар, инвалидтар менән бәйләнешкә сығып, тѳрлѳ ярҙамға ғаризалар алалар. Шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, һаҡланыу саралары алып барыуға ҡағылышлы, киҫкен мәсьәләләр буйынса кәңәштәр бирәләр. Ғариза тураһында мәғлүмәт берҙәм ирекмәндәр үҙәгенә тапшырыла.
к республика йәмәғәт ойошмаларының, эшҡыуарлыҡ өлкәһенең, сәйәси институттарҙың ике меңдән ашыу вәкилен һәм битараф булмаған кешеләрен берләштерә. Заявкалар бер-ике кѳн эсендә үтәлә. Дѳйѳм алғанда, әле 8,4 меңдән ашыу мѳрәжәғәт эшкәртелгән.
Колл-үҙәктең башҡарма директоры Александр Онищенко һѳйләүенсә, бѳтә ирекмәндәр ҙә махсус уҡыу үткән, шул иҫәптән психологик ярҙам нигеҙҙәре буйынса ла.
Ирекмәндәр штабы етәкселәре менән осрашыу барышында Радий Хәбиров адреслы ярҙам, муниципалитеттар, тѳрлѳ социаль хеҙмәттәр менән бәйләнеш алып барыу, шулай уҡ ирекмәндәр штатын арттырыу кеүек кѳнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Башҡортостан Башлығы ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ халыҡ менән эшләгәндә санитар-гигиена ҡағиҙәләрен, тейешле тәртипте күҙәтергә саҡырҙы.
"Ойоштороуҙың юғары кимәлдә булыуына һоҡландым. Һеҙ халыҡҡа ярҙам итеүҙә үтә мѳһим мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Коронавирусҡа бәйле хәл әлегә тамамланырға уйламай. Шуға ла ярҙам күләмен арттырыу ѳсѳн яңы ирекмәндәрҙе йәлеп итеү һәм уҡытыу мѳһим", - тине Радий Хәбиров.
“Берҙәм Рәсәй” рәйесе, илдең Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев видеоконференция режимында ирекмәндәр үҙәктәре вәкилдәре менән коронавирусҡа бәйле граждандарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тураһында кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы - “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы ағзаһы, Башҡортостан тѳбәк бүлексәһенең секретары Радий Хәбиров та ҡатнашты. Дмитрий Медведев “Берҙәм Рәсәй”ҙең коронавирус инфекцияһы ваҡытында бѳтә тѳбәктәргә лә тейешле ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
"Башҡортостан" гәзитенән.