Америка Юстиция министрлығы Covid-19 вирусын уйлап табыусыны ҡулға алыу тураһында рәсми ғариза менән сығыш яһаны.
WCVB телеканалы Гарвард университетының химия һәм биология бүлеге башлығы, доктор Чарльз Либер (АКШ) Ҡытай Халыҡ Республикаһына коронавирустың яңы төрөн тапшыра алған, тип белдергән Америка чиновниктары сығышын трансляциялаған. АҠШ Юстиция министрлығында нәҡ уның Covid-19-ны өйрәнеү буйынса Ухань университеты менән бәйләнештә булыуын асыҡлаған. Ғалимды Гарвардта (АҠШ) кабинетында уҡ ҡулға алалар.
Америка хакимиәттәре яңы төр коронавирус инфекцияһы барлыҡҡа килеү һәм таралыу тураһындағы эш буйынса тикшереү башланыуы хаҡында иғлан итте.
Башланғыс мәғлүмәттәргә ҡарағанда, доктор Чарльз Либер коронавирус буйынса үҙенең фәнни хеҙмәттәре өсөн, дөйөм алғанда, 1 йыл эшләү дәүерендә, 1,5 миллион доллар аҡса алған. Ғалим АҠШ-тың Дәүләт сәләмәтлек институты, Гарвард, Бостон университеттары гранттарына эйә булған.
Әммә хоҡуҡ һаҡсыларының иғтибарын Либерҙың Ҡытайҙан даими аҡса транштары алыуы йәлеп иткән.
Фото: news.sarbc.ru