2020 йылдың 20 апреленән эшсәнлеге туктатылмаған ойошмаларға эшкә кереү шәхесте раҫлаусы документ һәм яңы төрҙәге ҡағыҙ пропуск буйынса рөхсәт ителә.
Элек эш биреүсе тарафынан бирелгән белешмәләр, пропусктар, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре биргән пропусктарҙан тыш, ғәмәлгә яраҡһыҙ.
Әлеге пропуск өйҙән эшкә барыу һәм кире ҡайту өсөн кәрәк. Пропусктың өлгөһөн Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында
https://npa.bashkortostan.ru/27874/ һәм
https://doroga02.ru/ сайтында алырға була.
Пропуск ойошманың төп эшсәнлеген тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәргә бирелә һәм эш көндәрендә эш сәғәте башланғансы - 90 минут, эш сәғәте тамамланғас 90 минут ғәмәлдә була. Эш режимы пропускта яҙыла.
Эшкә шәхси автомобиль менән килгәндә https: //doroga02.ru/ сайтында теркәлергә кәрәкмәй.
Башҡортостанда эшсәнлеге туҡтатылмаған ойошмалар (шәхси эшҡыуарҙар) категорияларының (төрҙәре, эшсәнлек йүнәлештәре) тулыраҡ исемлеге менән
https://doroga02.ru/ һәм
https://npa.bashkortostan.ru/27874/ сайттарында таныша алаһығыҙ.
Фото: dorinfo.ru