Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
24 Апреля 2020, 19:53

Легендар полуторка ҡабат йөрөйәсәк

Еңеү көнөндә районда 1947 йылда сығарылған раритет ГАЗ-АА автомобилен реставрациялау тамамланасаҡ

1930 йылдан башлап илдә танылған Горький автозаводы тарафынан әлеге маркалы туғыҙ йөҙ меңдән артыҡ автомобиль сығарыла. Был йөк машиналары беҙҙең халыҡҡа ҡала һәм ауылдарҙа социализм төҙөргә, 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фронттарында еңергә, унан һуң халыҡ хужалығын тергеҙергә ярҙам иткән. Уны халыҡта «полуторка», тип атағандар. Автомобилдәрҙең береһе беҙҙең районда бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Бишбүләккә Бәләбәй яғынан килгәндә, постаментта тороусы был автомобилде, әлбиттә, райондағы күп кешенең күргәне бар.
— Легендар полуторка Бишбүләккә 1980 йылда килеп эләгә, тап бына шул ваҡытта КПСС райкомы уны фашист Германияһын Еңеүҙең 35-йыллығы уңайынан район үҙәгендәге парадта ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итә, — тип һөйләй йөк автомобиленең тарихын «Бижбулякстрой» йәмғиәте етeксеһе Илсур Ғәлимов. — Автомобиль район hәм республика юлдарында оҙаҡ йөрөгән. Был йылдар буйы автомобиль менән Мәнәүез-Мәскәүҙән орденлы фронтовик Мисбах Имай улы Ғимаев идара иткән. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында снаряд hәм бомба шартлауҙары аҫтында фронт буйынса шундай уҡ полуторканы йөрөткән, алғы фронтҡа ҡорал ташыған, һуғышсыларҙы алып барған, яралыларҙы медсанбатҡа илткән. Берлинға ҡәҙәр шулай.
Яңы ГАЗ-АА-ны «Йондоҙ» колхозы (Мәнәүез-Мәскәү) 1947 йылда дәүләт планын арттырып үтәгән өсөн ала. Унан Мәнәүез-Мәскәү халҡы 1959 йылда бөтә милке менән Мичурин исемендәге колхозға, ә артабан 1961 йылда «Ҡушйылға» совхозына бирә. Полуторка сафтан сыҡҡансы, әлеге совхоз балансында иҫәпләнә.
— Тәүҙә автомобиль РТП янында постаментта торҙо, унан һуң атайым Азат Әхмәр улы Ғәлимов инициативаһы менән уны Бишбүләк ауылына Бәләбәй яғынан кергән яҡҡа урынлаштырҙылар. Һауа торошо hәм температура үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, ул яҡшы һаҡланған. Ҡорос каркас элементтары hәм рамдар яҡшы хәлдә, ә бына фанер кабинаһы hәм кузовы ентекле ремонт талап итә. Реставрация эштәре менән мин етәкселек итәм. Беҙҙең оҫталар Владимир Миронов менән Анатолий Михайлов был автомобилде яңыртыу өсөн бар күңелдәрен һалып эшләйҙәр. Ошо көндәрҙә илле көслө двигателгә капиталь ремонт яһанылар. Ҡабыҙып ҡарағайныҡ — ремонттан һуң ул сәғәт кеүек эшләй. Двигателдең электр йыһаздарын бер аҙ үҙгәртергә тура килде, үҙенеке кеүек алты вольтлы трамбтарҙы инде бер ҡайҙан да табып булмай, беҙ уны оҡшағанына алыштырҙыҡ. Кабинаны, өс баҫҡысты тапшырыу тартмаһын тәртипкә килтерәһе, барыһын да майлайһы hәм буяйһы ҡалды. Эштәр ыңғай барһа, беҙ Еңеү көнөнә өлгөрөргә тейешбеҙ. 9 Майҙа тулыһынса яңыртылған полуторка ремонттан сығасаҡ.
Сергей Иванов.
Владимир Смолов фотоһы.
Читайте нас