Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2020, 05:15
Пляжға - битлекһеҙ
COVID-19 пандемияһы шарттарында рәсәйҙәргә пляжда битлек кейеп йөрөргә кәрәкмәй, ләкин дистанция һаҡланырға тейеш.
Был хаҡта «Рәсәй 1» телеканалындағы «Мәскәү. Кремль. Путин» программаһында Роспотребнадзор башлығы Анна Попова белдерҙе. Алып барыусы Павел Зарубин интервьюның анонсын Инстаграмдағы сәхифәһенә һалды.
«Беҙ пляжда битлек кейергә тәҡдим итмәнек һәм тәҡдим итмәйбеҙ, ә бына үҙ-ара туғанлыҡ ептәре менән бәйле булмаған кешеләр өсөн социаль дистанция һаҡланырға тейеш, был пляжда ла мотлаҡ», — тип белдерҙе ведомство етәксеһе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды. Ҡотҡарыусылар рәсми пляждар урынлашырға тейешле һыу ятҡылыҡтарын таҙарта. Быйыл ҡалала туғыҙ пляжды асыу күҙаллана. Коронавирус инфекцияһы пандемияһы арҡаһында һыу инеү миҙгеленең башланыу ваҡыты күсерелеүе ихтимал.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: tltgorod63.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Август , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Август , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Август , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"