Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июнь 2020, 23:17

Балдағын юғалтҡан

Amazon складында эшләүсе бер ҡатын-ҡыҙ никах балдағын юғалтҡан һәм брианиялыларҙан посылкаларын тикшереүҙе үтенә.

Үҙе әйтеүенсә, ул йөҙөгөн тауарҙар тултырғанда төшөрөп ебәргән.
18 йәшлек Жасмин Паджет сәғәтенә 160 дана төрлө-төрлө посылкалар тултыра. Бриллиант биҙәнгесен табыу өсөн ул социаль селтәрҙәрҙә пост баҫтырып сығарған. Бер нисә көн эсендә ул яҙмаға меңдән артыҡ кеше репост яһаған, әммә балдаҡ һаман табылмаған.
“Балдағымды сменамдың һуңғы сәғәтендә юғалтҡанмын тип уйлайым. Ғәҙәттә, мин ваҡыты-ваҡыты менән уға һоҡланып алыр өсөн, ҡулыма күҙ һала инем. Бер мәл шулай ҡарағанда балдағым инде юҡ ине”, – ти Паджет.
Жасмин Паджет һүҙҙәренсә, егете был ваҡиғаға йылмайып ҡараған. Журналистар менән аралашҡанда ул британиялыларҙың “йөрәге барҙыр әле”, улар табылган балдаҡты ҡайтарырҙар тигән өмөттә ҡала.
Читайте нас: