Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
10 Июня 2020, 05:01
Ауылда йортло булам тиһәң...
Ауыл хужалығы министрлығының “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы ярҙамында төбәктә 200 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. Ошо проект буйынса сертификаттарға 371 миллион һум һум аҡса бүленгән.
Ведомствола белдереүҙәренсә
,
ярҙам күләме ғаиләлә нисә кеше йәшәүенә ҡарап иҫәпләнә. Уның дәүмәле 700 мең һумдан ике миллион һумға тиклем тәшкил итә.
Был программа йыл башынан эшләй. Ул бынан алда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләү” дәүләт программаһына ярашлы бойомға ашырылған “2020 йылға тиклем Башҡортостан Респубикаһының ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһына алмаш булып тора.
Ауыл хужалығы министрлығы күрһәткестәре буйынса, ауыл ерендә 40 процент йорттар төҙөкләндерелгән. Шул уҡ ваҡытта йорттарҙың 38,5 проценты – үҙәк канализация, 60 проценты – һыу, 85 проценты газ менән тәьмин ителгән.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы республикала “Торлаҡ” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото:
pravdaurfo.ru
#национальныепроекты
#нацпроекты
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"