Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2020, 15:58

Байрам көнө нисек уҙасаҡ?

Иртәгә, йәғни 12 июндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле бер нисә сара планлаштырыла.

"Республика үҙизоляция режимынан әкренләп сыға башлауға ҡарамаҫтан, Рәсәй көнөн байрам итеү ябай форматта тормошҡа ашырыла алмай. Санитар стандарттарҙы иҫтә тотоп, битлектәр, бирсәткәләр һәм социаль дистанцияны иҫәпкә алып, кешеләр һаны сикләнгән рәүештә генә байрам саралары уҙасаҡ, - тип хәбәр итә ҡала хәкимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Өфөлә байрамдың төп ваҡиғаһы – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү интернаты ҡаршыһында тантаналы шарттарҙа Рәсәй байрағын күтәреү менән башланасаҡ. Әлеге сара иртәнге 9 сәғәттә башлана. Сәғәт 12-лә Өфөлә йшәүселәрҙе фатир тәҙрәләренән һәм балкондарынан Рәсәй Гимнын башҡарырға саҡыралар. Бының өсөн ҡала эсендә тауыш көсәйткес ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ, сәғәт 12-лә музыка һәм бейеү төркөмдәре ишек алдарында #MYROSSIA акцияһы сиктәрендә, "Бөтә ишек алды менән йырлау" байрам программаларын ойошторасаҡтар. 21.00 сәғәттә "Барлыҡ Өфө" телеканалында "Беҙ - рустар" байрам концертын ҡарай алаһығыҙ. Программала ҡала мәҙәниәт һарайы солистары һәм ҡаланың ҡунаҡ артистары ҡатнашасаҡ. Тамашасылар һәр кемдең яратҡан йырҙарын рус телендә, шулай уҡ башҡорт, татар телдәрендә ишетә аласаҡ.
Һәр Өфө ғаиләһе #ОКНАРОССИИ флешмобы сиктәрендә байрам атмосфераһы булдырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн һеҙгә рәсем йәки Рәсәй көнө менән ҡотларға һәм уны тәҙрәгә йәбештерергә, унан һуң фотоһүрәтте социаль селтәрҙәргә #ОкнаРоссии #Большаяперемена хештегы менән урынлаштырырға кәрәк. Байрамға ҡушылайыҡ, дуҫтар!
Алдан хәбәр ителеүенсә, 12 июндәге Өфө ҡалаһын байрам итеү көнө 11 октябргә күсерелде.
Читайте нас