Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Июня 2020, 12:33

Башҡортостан Диниә назараты рәйесе фекере

Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин Рәсәй Конституцияһына өҫтәлмәләрҙә диндең һәм милләттәрҙең хоҡуҡтарын нығытылыуы ыңғай күренеш, тип билдәләй.

-Өҫтәлмәләрҙең айырыуса ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға әһәмиәт биреүе беҙҙе ныҡ ҡыуандыра. Сөнки традицион ғаилә төшөнсәһе күп илдәрҙә юғала бара, ир үҙ урынында, ҡатын үҙ урынында булырға тейеш тип иҫәпләйем. Уларҙың никахлашып ғаилә ҡороуо, балалар үҫтереүе электән килгән йолаларҙың береһе. Күп илдәрҙә ошо традицияларҙың, ғаилә ҡороуҙа әҡләҡи ҡанундарҙың юҡҡа сығыуы, беҙҙе, дин әһелдәрен үтә борсой. Ғаилә ҡиммәттәре менән берлектә тәртип, тәрбиәнең нығыныуын беҙ хуплайбыҙ. Конституцияла традицион ғаилә төшөнсәһе ул- ирле, ҡатынлы ғаилә тип иҫбатлап ҡуясаҡтар, иншаллаһ.
Читайте нас