Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Июля 2020, 05:18

Йылайырға “Ете егет” килде

Йылайыр районында ”Ете егет” реалити-шоуҙың икенсе миҙгелен төшөрөү башланды. Кемдәр унда ҡатнаша, ҡыйыу егеттәр ҡайҙан?

Әйтеүҙәренсә, республиканың төрлө райондарынан проектта ҡатнашырға теләгәндәр күп булған, бары ете егет һайлап алынған. Улар менән танышайыҡ: Ишембай районынан Айтуған Байисламов, Белорет районынан Ғәҙел Дәүләтов, Көйөргәҙе районынан Илнур Айҙаров, Баймаҡ районынан Динислам Хажиәхмәтов, Учалы районынан Зариф Сөләймәнов, Өфө ҡалаһынан Алмас Усманов. Проект тамамланғансы, улар оҫталыҡта, таһыллыҡта көс һынашасаҡ.
Һәр көн егеттәргә көндәлек тормошта таныш булмаған эштәрҙе үҙләштерергә тура киләсәк. Мәҫәлән, балта оҫтаһы, тимерсе, умартасы һөнәрҙәрен белергә, уҡ атыу, тире, туҙҙан әйберҙәр эшләү оҫталығы буйынса ярышырға тура киләсәк. Тәүге көндә үк егеттәр башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы яһау нескәлектәрен өйрәнде. Оҫталыҡ дәресен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов үткәрҙе. Проекттың авторы – журналист Рита Өмөтбаева.
Фото: Bash.News.
Читайте нас